УЛАР ЕҢЕҮ ӨСӨН ҮЛДЕЛӘР

Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр-

Үлеүселәр көрәш утында.

Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да

Ерҙә тыуған яңы быуында.

              (М.Хәй)


Доклад "Батырҙар даны мәңгелек!"

https://yadi.sk/i/SUE80WJjgCvBu


  Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған

шағирҙар , яҙыусылар

Мөхәмәтйәров Хәй Ғәбдрәфиҡ улы (1911-1941)

Шағир,1931 йылдан КПСС ағзаһы.

Әҫәрҙәре 1926 йылдан баҫыла башлай.

1940 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияға алына.Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән –алғы ут һыҙығында.1941 йылдың декабрендә Смоленск йүнәлешендәге  барған ҡаты бәрелештәрҙә һәләк була.


Китаптары:

Һайланма әҫәрҙәр.Шиғырҙар һәм поэмалар.Өфө,1954 йыл.

Шиғырҙар,поэмалар,хаттар,көндәлектәр,иҫтәлектәр.Өфө,1982 йыл.

 

Керпек ҡаҡмай поста тора

Илдең ҙур өмөттәре-

Типкән саҡта тимер өҙгән

Ҡеүәтле егеттәре.

Тыуып-үҫкән илебеҙгә

Дошмандар килһә әгәр,

Күтәрелер ил Балтиктан

Тымыҡ океанға ҡәҙәр.

                              Бәҙрүш Моҡамай (1909-1944)

Мөхәмәтйәнов Бөҙретдин Мөхәмәтйән улы (Бәҙрүш Моҡамай) 1909 йылда Дүртөйлө районы Ҡайыш ауылында тыуа. Б.Моҡамай 7 йыллыҡ мәктәптә уҡығанда уҡ тәүге шиғырҙарын яҙа башлай. 1931 йылда Өфө педтехникумын тамамлағас, Шишмә районында уҡытыусы, "Йәш коммунар"газетаһында әҙәби сотрудник булып эшләй. 1933 йылда Дүртөйлөлә "Ярыш" исемле район газетаһында эшләй. 1934-1936 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ул үҙәк фронттың ауыр һуғыштарында Вязьма, Можайск, Великие Луки ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың сентябрендә Литваны азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ул батырҙарса һәләк була.

  1943 йыл,1 май

Окопта бокал күтәреп,

Ҡаршыланым май көнөн.

Алда үтәһе юлдарым,

Артта еңелмәҫ илем.

Үтәһе юлды үтербеҙ,

Дошманға ебәреп ут.

Большевиктар ала алмаған

Крепостар ерҙә юҡ.   (1943 йыл)

    Һағыныу йыры

Бик һағындым,әллә шуға күрә

Ел тауышы ла моһло тоола,

Уттар аша үткән сағымда ла

Булаһығыҙ минең уйымда.

Елдәр булһам әгәр,һәр таң һайын

Һеҙҙең яҡҡа иҫер инем мин.

Гөлдәр булһам,тәҙрә төбөгөҙгә

Сәскә атып үҫер инем мин.

Килер бер көн,

Яуыз дошмандарҙы

Тар-мар итеп ерҙән һөрөрбөҙ.

Еңеү дан менән ҙур урамда

Оло байрам яһап йөрөрбөҙ.  (1943 йыл)

                                        

               Әхмәт Шакири   (1920-1941)

  Әхмәт Мирғәсим  улы Шакиров 1920 йылда Туймазы районы Бишҡурай ауылында тыуған. 1930-1937 йылдарҙа үҙ ауылындағы 7 йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1937 йылда Өфөгә килеп, Нуриманов исемендәге Башҡортостан рабфагында уҡый башлай. 1939 йылда пединститутҡа инә.Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡыҙыл Аримя сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ә.Шакиров илде һаҡларға китә һәм шул уҡ йылды фронтта һәләк була.

            Айырылыу йыры

Болғап ҡалған ҡулъяулығың,

                             ҡулъяулығың,

Дебетләп сиккән икән,

Дебетләп сиккән икән,

Ташламаҫҡа һүҙҙәр бирҙең,

                              һүҙҙәр бирҙең,

Ташламаҫһыңмы,иркәм?!

Ташламаҫһыңмы,иркәм?!

Поезд һаман ярһып сабыр,

                           ярһып сабыр-

Аралар алыҫланыр,

Аралар алыҫланыр,

Айырылыуға шаһит булып,

                             шаһит булып,

Тулған ай ҡарап ҡалыр,

Тулған ай ҡарап ҡалыр,

Болғап ҡалған ҡулъяулығың,

                             ҡулъяулығың,

Һағышлы тирбәп ҡала,

Һағышлы тирбәп ҡала,

Ай минең менән бара,

Ай минең менән бара.  (1939)


         Төхвәт Морат  (1906-1944)

   Төхвәт Фәттәхетдин улы Моратов 1906 йылда Йылайыр районы Ишәмбәт ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауылында ала , ә1922 йылда Темәстә ФЗУ-ға инә. Ырымбур педтехникумында уҡый.1927 йылда Өфөгә күсә.1936 йылда уҡытыусылыҡ эшенә тотона.Хәйбулла районында мәғариф бүлеге инспекторы, унан Аҡъярҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,фронтҡа китә. Т.Морат 1944 йылдың 24 декабрендә Берлин йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа һәләк була.

     

                         Дуҫ ҡәбере янында

Хуш бул,дуҫҡай,

                   ҡәбереңә,бәлки,

Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр.

Ишетәһеңме,

                  позициялар буйлап,

-Һөжүмгә!-тип сигнадл уйналды.

Был сигнал,

                       ҡаты оран булып,

Үс алырға беҙҙе саҡыра.

Ғәфү ит,дуҫ,

                             оҙаҡ тора алмайым,

Тағы атакаға ашығам.

Һәм ғәфү ит,дуҫҡай , 

                            ҡәбереңде

Сәскә менән биҙәп торманыҡ.

Һәйкәл өсөн баш осона тағы

Йондоҙ-фәлән яһап  ҡуйманыҡ.

Үҙ окобың - һинең ҡәберең булды.

Һәм һин-һалдат-уны аңларһың;

Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең -үпкәләргә

Ҡаты яҙмышына һалдаттың.

Башыбыҙҙы эйҙек окобына,

Бер минутҡа ғына теҙләнеп.

Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,

Автоматты ҡыҫып,тешләнеп.

Залп бирмәнек.

                         Һиңә тигән залптар

Дошман йөрәгенә атылыр.

Беҙ-ҡорбандар өсөн

                         иң ҙур һәйкәл-

Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.  (1942)



                   Сабир Кинйәкәй (1919-1945)

Шағир,1942 йылдан КПСС ағзаһы. Әҫәрҙәре 1936 йылдан баҫыла башлай. 

Сабир Мөьмин улы Кинйәкәйев 1919 йылда Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал  ауылында тыуған.Үҙ ауылындабашланғыс белемде алғандан һуң, 1933 йылда Яҡуп ауылындағы мәктәптә уҡый башлай.Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас,1936-1938 йылдарҙа Өфөлә медицина рабфагында ,унан һуң педагогия институтында уҡый. 1942 йылда фронтҡа китә.Һуғыш бөтөргә бер нисә генә көн ҡалғас Балҡанда фашистарҙың һуңғы өйөрҙәрен юҡ итеү өсөн барған ҡаты көрәштәрҙә  1945 йылдың майында Сабир Кинйәкәй батырҙарса һәләк була.


Әҫәрҙәре:

“Йыр сафта ҡала”.Өфө,1960 йыл

“Окопта яҙылған шиғырҙар”.Өфө,1975 йыл

“Утлы йылдар ауазы”. Өфө,1985 йыл

 

                     Йәшә,илкәйем

Яҡты иртәнән

Яҡты илкәйем,

Гөл баҡсаһындай,

Йәмле  еркәйем.

Һәр саҡ хуш еҫле

Саф,таҙа һауа.

Һулышым иркен,

Рәхәт  тын алам.

Матур йәшәүҙә

Шат,көләс халҡым,

Бары ла,дуҫтым,

Йөрәккә яҡын.

Һөйөп үҫтергән

Шат Ватанымды,

Бәхетем,иркем

Һәм дә данымды

Мәңге мәңгегә

Батыр һаҡлармын,

Илем алдында

Антым аҡлармын! (1944)


*****************************

Беҙҙең данлы,

                    ауыр фронт юлы

Балҡан түбәләрен ауыша...

Һинең хатың,

                  йә ял,

                             йә походта,

Йә һуғышта килеп ҡауыша.

Хаттарыңда

Ҡараштарыңды ла,

Йылмайыуыңды ла һалаһың...

Ә үҙең унда,

               бик,бик алыҫта,

Күңелем күген биләп ҡалаһың.

 

                  Ғәли Әхмәти  (1920- 1941)

         Ғәли Нурислам улы Әхмәтшин 1920йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡығанда уҡ,1934 йылдан башлап, "Ленинсе", "Йәш төҙөүсе"газеталарында актив яҙыша. 1967 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, "Йәш төҙөүсе"газетаһында эшләй башлай.

1941 йылдың майында Ғ.Әхмәтшин Совет Армияһы сафына алына.Бөйөк Ватан һуғышы башланғас фронттың алғы һыҙығына китә һәм шул уҡ  көҙҙө фашистарға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк була.

                   Шатлығым таша бөгөн

Өҫтәлемдә,ана,повестка бар,

Призывҡа барам иртән мин.

Беләм,комиссия яҡшы табыр,

Йоҡлап булмай,таңды көтәмен.

МИн быйыл йәй заставала булдым,

Яҡын кешем унда командир.

Күҙ алдымда һаман шат боецтар,

Баҡсаларҙай көньяҡ,матур ер.

Миллиондарҙың тыныслығын һаҡлап,

Һәр ҡамышын белеп даръяның

Һаҡта тороусыларға һоҡланыу

Һәм көнләшеү менән ҡараным.

Һәм көн етте,

 Мин дә боец булам...


Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (1909-1941)

Шағир,прозаик,тәржемәсе.

Әҫәрҙәре 1934 йылда баҫыла башлай.

1941 йылда ҡыҙыл Армия Сафына алынып,Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн ҡорбан була.


Әҫәрҙәре:

Салют.Шиғырҙар һәм тәржемәләр.Өфө,1941 йыл

“Сүлдәр эсендә”исемле поэмаһы һәм шиғырҙары- “Йыр сафта ҡала” тигән йыйынтыҡта.Өфө,1960 йыл.

 

Ҡара йөҙҙәр бөтмәҫ һәм төкәнмәҫ

Асыу ҡаҡлай икән илемә;

Сәғәт ,минут  һайын ынтыла икән

Тап һалырға Совет еремә.

Ҡояш яҡтыһылай илебеҙҙе

Ҡанлы күҙҙәр көн дә күрәләр,

Тик ҡорос стенаны үтәлмайҙар,

Юлдар ҡыҙы сиккә терәлә!

Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы  (1915-1941)

Прозаик.

Әҫәрҙәре 1936 йылда баҫыла башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында рядовой.

Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша.1941 йылда һәләк була.


Китаптары:

Фатима.Хикәйәләр.Өфө,1942 йыл

Ҡаратау партизандары.Хикәйәләр.Өфө,1958 йыл.

 

Дошман алдында түбәнһенмәйенсә,

Революция эше өсөн батырҙарса үлергә...

Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы

(1912-1943)

Шағир.1941 йылдан КПСС ағзаһы.

Әҫәрҙәре 1931 йылдан баҫыла башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында-рота политругы,батальон комиссары.

1943 йылдың 13 февралендә Белгород өлкәһе Новый Оскол ҡалаһы эргәһендәге Ольховатка ауылы өсөн ҡаты бәрелештәрҙә һәләк була.


Китаптары:

Дуҫлыҡ тураһында йырҙар.Өфө,1935 йыл

Хәтимә.Поэма һәм шиғырҙар.Өфө,1936 йыл.

Минең антым.Шиғырҙар.Өфө,1940 йыл.

Шиғырҙар.Өфө.1957 йыл.

Сәскәләргә күмелеп,

                         күкрәп килгән

Тыуған илем минең,

Төҫлөлөктә һәм бай булыуҙа

Тиңдәшең юҡ һинең!

Ант итәм мин,уны йөрөгемдең

Хистәренә төрөп:

-Республикам,һиңә берҙән-бер һәм

Ҡабатланмаҫ ғүмерем!

Был минең- һис керһеҙ күкрәгемдән

Ҡайнап сыҡҡан антым.

Йәшәһен бөйөк партия

Һәм дә совет халҡы.

 

 

Шакиров Әхмәт Мирғасим улы (1920-1941)

Шағир.Әҫәрәҙәре 1935 йылдан баҫыла башлай.1935 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынып,1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышындаһәләк була.


Әҫәрҙәре:

Бәхетле тормош(авторҙашы- Ғәли Ибраһимов).Өфө,1940 йыл.

Йыр сафта ҡала (Өфө,1960 йыл) тигән йыйынтыҡтарҙа.

 

Кеше!Һинән дә көслөрәк

Һис нәмә юҡ юыл ерҙә,

Ер үҙе лә һиндәге аҡыл

Һәм аң менән төҙөлә.

Океан киң,ләкин мең ҡат

Киңерәк һинең уйҙар:

Океан тәрән,уйҙарың

Мең тапҡыр тәрән унан.

Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы(1909-1944)

Шағир һәм прозаик.1939 йылдан КПСС ағзаһы.

Әҫәрҙәре 1931 йылда баҫыла башлай.Бөйөк Ватан һуғышында –тәүҙә радист,унан сапер взводы командиры.1944 йылдың 20 сентябрендә Литваны азат итеү бәрелештәрендә һәләк була.

 

Киаптары:

Шиғырҙар.Өфө,1939 йыл.

Урал егете.Шиғырҙар һәм поэма.Өфө,1943 йыл.

Ленарияға хаттар.Хикәйәләр,шиғырҙар,иҫтәлектәр һәм фронт хаттары.Өфө,1984 йыл.

Өҫтөбөҙгә уттар яуғанда ла,

Алған ерҙе ташлап китмәҫкә,

Ун мәртәбә тәнгә яра алып,

Ҡандар аҡҡанда ла сикмәҫкә!

Һәр беребеҙҙең күңеле шулай уйлай,

Шул хис менән ҡайнай ҡаныбыҙ.

Беҙ беләбеҙ:

Үҙебеҙ үлгәндә лә,

Мәңгелеккә ҡалыр даныбыҙ.

 

Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (1905-1941)

Шағир.1932 йылдан КПСС ағзаһы.

Әҫәрҙәре 1929 йылда баҫыла башлай.

1934 йылдан-Ҡыҙыл Армияла хәрби врач.Аҡ финдарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.Бөйөк Ватан һуғышында- ялан госпиталендә хәрби врач. 1941 йылдың 19 авгусында фашист самолеттары госпиталде бомбаға тотҡанда һәләк була. Ленинград өлкәһе Мельниково поселогында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.


Китаптары:

Төҙөгәндә.Шиғырҙар.Өфө,1933 йыл.

Пәрүәз һәм өй ҡуяндары.Балалар өсөн шиғырҙар.Өфө,1934 йыл.

Һайланма шиғырҙары “Йыр сафта ҡала” йыйынтығында.Өфө,1960 йыл.

Мә,дуҫ кеше,һиңә микроскоп,

Әгәр теләһәң ҡаным ҡарарға.

Коммунаға ҡаршы кер табалһаң,

Минән рөхсәт йөрәгемде утҡа яғырға.

Ошо йөрәк инде ярһып тибә,

Эштә яна-илде төҙөргә,

Машиналы колхоз ҡырҙарында

Бергә эшләп,бергә көлөргә.

 

Книга памяти Янаула

 

 

 

 

Адрес школы №1 :

452800,

Республика Башкортостан,

г.Янаул,

ул.Ломоносова,18


 

Тел./факс  школы:

тел. 8 (34760) 5-44-67,

факс 8 (34760) 5-22-67


Сайт

МКУ "Управление образования 

муниципального района Янаульский район

Республики Башкортостан"

http://yanaulsait.ucoz.ru/

 

       Сайтымдың

         куар-коды

Хостинг документов
Знаете ли Вы, что ...
Каталог сайтов и статей iLinks.RU
Белый каталог сайтов