Онлайн-диктантығыҙҙы тикшереп сығығыҙ!

Көләс булһын әсәйҙәр.

 

   Әсәй!  Ниндәй   изге   һүҙ . Был   һүҙҙе   ишеткәс тә, һәр   кем  үҙ әсәһен  күҙ   алдына   килтерә.  Беҙҙе   кем   ҡарай?  Кем  беҙҙең  өсөн ҡайғыра һәм шатлана?  Кем   иркәләп    ­һөйә?  Әлбиттә,  әсәй.  Һәр кемгә   үҙенең   әсәһе   матур   ҙа,  аҡыллы   ла,  сабыр  ҙа. Гел шат, көләс, тыныс   булһын   улар.

      Ете  ул – бик изге, серле һан. Ете ул – йәйғорҙағы  ете төҫ: ҡыҙыл, әфлисун, _ары, зәңгәрһыу, зәңгәр, көрән; ул аҙнаның ете көнө исеме. Улар дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шимбе, йәкшәмбе. Ете – тағын донъялағы  ете мөғжизә.

                                            Икмәк-оло ризыҡ.

 

         Халыҡ,  аҙыҡтарҙың   иң  олоһо,  иң ҡәҙерлеһе  - икмәк,  ти. Башҡорт  халҡында   икмәк   өҫтөнә    әйбер     ҡуйыу   ҡәтғи   тыйылған.  Һуңғы ваҡытта   икмәк-тоҙ менән ҡунаҡ   ҡаршылау  ғәҙәткә  инеп  бара.  Икмәк өҫтөнә,  тоҙ һалып, һауыт ҡуйыу    тә   килешкән   йола түгел.

         «Икмәктең  бәләкәй   генә    валсығы   ла   һинән оло»,- тиҙәр өлкәндәр.  Шуға күрә   икмәкте   ултырып  ҡына  ашарға рөхсәт иткәндәр.

 

         Икмәк –иң оло ризыҡ икәнен һис   ҡасан да оноторға ярамай.  (М.Бураҡаеванан)

                                   Әсәй.

 

         Донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле берҙән-бер кешем- әсәйем.Ул бөтөн эшкә лә оҫта. Бигерәк тә тәмле аштар бешерергә  ярата.Ҡустым менән мине лә яҡшы итеп тәрбиәләй.

 

            Әсәйем- тормош юлында иң тоғро юлдашым һәм кәңәшсем.Ул мине дөрөҫ йәшәргә, ауырлыҡтарға  бирешмәй , көслө булырға өйрәтә.Уның кәңәштәре яңылыш аҙымдарҙан аралай.Ҡояш сәскәгә үҙенең йылы,наҙлы  нурҙарын һипкән кеүек,әсәйемдән мин  нур,йылылыҡ алып йәшәйем.Мин әсәйемде бик ныҡ яратам!

Книга памяти Янаула

 

 

 

 

Адрес школы №1 :

452800,

Республика Башкортостан,

г.Янаул,

ул.Ломоносова,18


 

Тел./факс  школы:

тел. 8 (34760) 5-44-67,

факс 8 (34760) 5-22-67


Сайт

МКУ "Управление образования 

муниципального района Янаульский район

Республики Башкортостан"

http://yanaulsait.ucoz.ru/

 

       Сайтымдың

         куар-коды

Хостинг документов
Знаете ли Вы, что ...
Каталог сайтов и статей iLinks.RU
Белый каталог сайтов